Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны буйынса алдынғы райондар билдәләнде

Исемлекте республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы төҙөгән. Һуңғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә ярты миллионға яҡын балалы ғаилә иҫәпләнә, уларҙың 60 меңе - ишле. Һуңғы ун йылда күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр артҡан, әйтәйек, 2010 йылда улар 47 мең һаналған. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында был - иң ҙур, ә ил буйынса етенсе күрһәткес.

Ә республикала иң күп ишле ғаиләләр Бөрйән районында. Унда һәр өсөнсө ғаилә өс һәм күберәк бала тәрбиәләй. Шулай уҡ Бөрйән, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында күрһәткес юғары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ишле ғаиләләргә торлаҡ төҙөү өсөн ер алыу, йортҡа газ үткәреү, мәктәптә бушлай туҡланыу һәм башҡа льготалар ҡаралған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ