Башҡортостанда Волга буйы федераль округының «Йыйын-2023» 4-се йәштәр граждандар форумы үтә

Бөрйән районында дүрт көн дауам иткән сара палаткалы лагерь форматында ойошторола. Форум Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре йәштәрен, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда белем алған республика студенттарын берләштерҙе.

Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән үткән форумда ҡатнашыусылар һаны буйынса быйыл рекорд ҡуйылды - Йыйында 1 мең ярымдан ашыу кеше эшлекле һәм ижади майҙансыҡтарҙа осрашты. Шулай уҡ ҡыҫҡа метражлы йәштәр киноһы фестивале, дизайнерҙар конкурсы, «Атайсал» йәш яҡташтар һәм «Беренселәр хәрәкәте» осрашыуы ойошторола. Форумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашыуы көтөлә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ