Башҡортостанда Волга буйы федераль округының «ЙЫЙЫН-2023» 4-се йәштәр граждандар форумы үтә. Бөрйән районында дүрт көн дауам иткән сара палаткалы лагерь форматында ойошторола. Форум Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре йәштәрен, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда белем алған республика студенттарын берләштерҙе. Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән үткән форумда ҡатнашыусылар һаны буйынса быйыл рекорд ҡуйылды - Йыйында 1 мең ярымдан ашыу кеше эшлекле һәм ижади майҙансыҡтарҙа осрашты. Шулай уҡ ҡыҫҡа метражлы йәштәр киноһы фестивале, дизайнерҙар конкурсы, «Атайсал» йәш яҡташтар һәм «Беренселәр хәрәкәте» осрашыуы ойошторола. Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Бөрйән районынан БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким.
Берҙәмлекте һәм дуҫлыҡты маҡсат итеп ҡуйған уйындарҙан Йәштәр йыйыны шау-гөр килә. Алдынғы ҡарашлы, әүҙем, һәләтле студенттар ҙур ҡорға йыйылып яңы идеялар менән уртаҡлаша, дуҫтар табып үҙ проекттарын тормошҡа ашыра.
Мәктәп үҙидараһы, студенттар үҙидараһы, медиатрендар, ауыл йәштәре , «Атайсал» йәш яҡташтар осрашыуы кеүек тематик майҙансыҡтар эшлекле һөйләшеүҙәрҙән, тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыуҙарҙан тора. Йыйында Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Егеттәр һәм ҡыҙҙар социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн миллион һум грант аласаҡ.
Форумда патриотик тәрбиә мәсьәләләренә етди иғтибар бүленде . Белгестәр илһөйәрлек темаһына бағышланған майҙансыҡта шәжәрә төҙөү һәм уның әһәмиәтенә туҡталды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Йәштәр Йыйынында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, «Беренселәр хәрәкәте» ағзалары менән аралашты, йәш ирекмәндәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Әңгәмәнең төп өлөшө шәхсән һәм һөнәри үҫеш серҙәренә бағышланды.
Флорида Ким



