Радий Хәбиров күләмле агросәнәғәт паркы төҙөлөшөнә старт бирҙе

Етештереү, логистика, инженер инфраструктураһы булған «Таврос Агропарк» Өфө районының Подымалов ауылы янында урынлаша. Унда ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған. Төп арендаторҙар «Евразия» күмәртә-ваҡлап һатыу үҙәге һәм республиканың сауҙа селтәрҙәре. Шулай уҡ сит ил импортерҙары өсөн дә урын бүленәсәк.

Агропаркты төҙөүгә инвесторҙар резиденттар менән бергә 25 миллиард һум аҡса бүлгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был урын киң йәмәғәтселектә лә һорау менән файҙаланасаҡ. Бында көндәлек ихтыяж өсөн дә ауыл хужалығы тауарҙары алырға мөмкин буласаҡ. Төбәк етәксеһе теләктәр яҙылған капсула һалыуҙа ҡатнашты. Уны төҙөлөш тамамланғас йәғни 2026 йылда асасаҡтар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ