Әле буласаҡ ғалимдар баш ҡаланың нефть техник университеты базаһында шөғөлләнә. Роботтар һәм виртуаль ысынбарлыҡ төҙөү мәктәбе юғары уҡыу йортонда быйыл ғинуарҙа эшләй башлаған. Унда студенттар ғына түгел, мәктәп уҡыусылары ла йәлеп ителә. Маҡсат - йәш белгестәр һанын арттырыу. Бер нисә ай дауамында клуб ағзалары ике тренажер һәм бер нисә робот төҙөп өлгөргән. Киләсәктә конструкторҙар роботтар төҙөү буйынса проект әҙерләп, грант отмаҡсы.
Студенттар буласаҡ һөнәрҙәрен виртуаль ысынбарлыҡ ярҙамында ла өйрәнә. Сәнәғәт предприятиеларына сығыр алдынан, бүлмәлә белемен камиллаштыра. Ике лаборатория ла вуз-ара кампусҡа ҡушыласаҡ. Йәш белгестәр ил һәм төбәктең сәнәғәт предприятиелары заказы буйынса эштәр башҡарасаҡ.



