Йыл аҙағына тиклем республикала план буйынса 140 саҡрымды ремонтлау күҙаллана. Бөгөн шуның 29 саҡрымында эштәр тамамланған да инде. Ҡайһы бер участкаларҙа туристик навигация билдәләре лә урынлаштырылған. Өфө - Инйәр - Белорет трассаһындағы ремонт эштәре тәүлек әйләнәһенә алып бара. Биш көн эсендә генә юлдың 16 саҡрымы яңыртылған. Трасса шулай уҡ өҫтәмә һыҙаттар менән дә бүленгән. Ирәмәл, Ирәкташ, Ҡолсоғаҙыташ кеүек тәбиғәт һәйкәлдәренә илткән мөһим туристик объектты төҙөкләндереү яҡын көндәрҙә тамамланасаҡ.
Быйыл шулай уҡ Благовещен - Павловка трассаһының 3 саҡрымы яңыртылған. Был юл участкаһы Павловка һыу һаҡлағысына алып барған юл булараҡ билдәле. Маршрут башҡа төр иҫтәлекле урындар аша ла үтә. Өфө - Бөрө - Яңауыл трассаһында эштәр 9 саҡрымда тамамланған. Был юл баш ҡаланы республиканың төньяҡ райондары менән тоташтыра. Муниципаль һәм төбәк әһәмиәтендәге юлдар менән бергә, 6 күперҙең яңыртылыуы көтөлә. Эштәрҙең һөҙөмтәлелеге республиканың тотош туристик картаһын барларға ла ярҙам итә. Иң мөһиме юлдарҙың хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүе.






