Баймаҡ һәм күрше райондар халҡы Талҡаҫ күле ярында еңел атлетика буйынса ярышҡа сыҡты

Йыл да уҙғарылған спорт сараһында иллегә яҡын кеше көс һынашты. Еңел атлетиканы үҙ итеүселәр һәм әүҙем тормош яҡлылар Талҡаҫ күле буйына йыйылды. Марафонда ҡатнашыусылар 14 саҡрым арауыҡты йүгереп үтте. 18-34 йәшлек ир-егеттәр араһында Әбделкәрим ауылынан Ғәҙел Булатов финиш һыҙығына беренсе килеп етте.

Сәләмәт тормош өсөн. Спорт ярышына ҡатнашыусылар ғаиләләре менән дә килә. Бикеш ауылынан Ринат Ишмырҙин улы менән ҡыҙының еңел атлетика менән дуҫ булыуын хуплай. Был сарала ул -көйәрмән булараҡ ҡатнашты.

Физкультурниктар көнөнә арналған байрамында шулай уҡ, тренерҙар, физкультура уҡытыусылары тәбрикләнде, хеҙмәт коллективтары араһында үткән район спартакиадаһына йомғаҡ яһалды. ГТО нормативтарын уңышлы тапшырған оло йәштәгеләргә сертификаттар тапшырылды.

Альбина Байегетова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ