Был турала Евразия Халыҡтары Ассамблеяһы Генераль советы һәм ойошманың Башҡортостандағы вәкиллеге йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышында билдәләнде. Эшлекле осрашыу Республика менән идара итеү үҙәгендә үтте. Ассамблея эшмәкәрлегенең тәүмаҡсаты күп яҡлы хеҙмәттәшлек һәм халыҡ дипломатияһын үҫтереп, йәмғиәттә татыулыҡ булдырыу. Республикалағы вәкиллеккә килгәндә, ул ике йыл ярым элек ойошторолған, Башҡортостанды Евразия илдәренә сығарыу, мәҙәни-танып белеү, ғилми-тикшеренеү һәм нәшриәт эшмәкәрлеге алып барыу бурыстары ҡуйылған. Ултырыш сиктәрендә киләһе йылдарға саралар планы билдәләнде, мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Евразия халыҡтары Ассамблеяһы етәкселеге урындағы вәкиллектең ҡеүәтле ойошма булыуын билдәләне.
Шулай уҡ осрашыуҙа Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының «Евразия тауышы» Халыҡ-ара музыкаль-телевизион конкурсын уҙғарыу башланғысы хупланды.






