Баҡалы районында беренсел ярҙам звеноһы яңырыу кисерә

Ете ауылда быйыл модулле ФАП-тар эш башларға тейеш. Ауыл халҡына заманса, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн шарттар булдырыла. Баҡалы районынан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Яңы Илек ауылы фельдшеры Нәфисә Игушина өс тиҫтә йылға яҡын медицина өлкәһендә эшләй. Ике ауылдағы 400-ҙән ашыу кешенең һаулығы һағында тора. Улар араһында биш бала тәрбиәләүсе әсә Марина Кириллова ла бар. Балалары менән прививка эшләтергә, медицина тикшереүе үтергә тиҙҙән модулле яңы фапҡа йөрөйәсәктәр. Шуға күрә ҡыуаныстарының сиге юҡ.

Модулле фельдшер- акушерлыҡ пункты үткән аҙнала ғына ҡоролған. Тиҙҙән бында ҡорамалдар урынлаштырыласаҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау өсөн махсус урын, процедуралар яһау бүлмәһе, паценттарҙы ҡабул итеү зонаһы буласаҡ.

Яңы һәм Иҫке Илек ауылдары халҡы яңы модулле фаптың ауыл уртаһында төҙөлөүенә айырыуса рәхмәтле.

Тиҙҙән был йыһаздар ҙа Яңы Балыҡлы ауылының модулле фапында тәғәйен урынын аласаҡ. Ҡаланыҡынан һис тә кәм булмаған шарттар. Бында Яңы Балыҡлы, Плодоягодное ауылдарынан 648 кешегә заманса медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.

Иҫке фапта шарттар шәптән түгел, бик һыуыҡ ине. Канализация эшләмәне. Үҙемә һыу ташырға, һыу түгергә тура килде. Беҙҙең ауыл халҡы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуына ифрат шат.

Жанна Үлмәҫова, Яңы Балыҡлы ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире

Фәүҡәнә Мифтах ҡыҙы Иҫке Әзмей ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны. Өлкән быуын вәкиле йыш ҡына ҡан баҫымына зарлана. Тиҙҙән ул һәм ауылдаштарына сифатлы медицина ярҙамы алыу өсөн яңы модулле фапҡа йөрөй башлаясаҡ.

Быға тиклем Яңы һәи Иҫке Әзмей ауылдырында йәшәүселәр өс тиҫтә саҡрымға яҡын юл үтеп район үҙәгенә барып анализдар тапшырған, диспансеризиция үткән.»Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән модулле фаптар ауыл кешеләренә яңы шарттарҙа беренсел медицина ярҙамын алырға, ғүмерҙәрен оҙайтып, йәшәү кимәлен күтәрергә булышлыҡ итәсәк.

Яңы фаптар асылыуы ауыл кешеләренә беренсел медицина ярҙамын күрһәтеүҙе бер-нисә баҫҡысҡа юғары күтәрергә , демографик хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирер тип күҙаллана.Һәр фапта диагноздарҙы асыҡлау өсөн телемедицина ысулы ярҙамында консультациялар ҙа үткәреү ҡаралған.

Иҫке Әзмей ауылы фельшеры Лариса Максимова әлегә пациенттарҙы мәктәп бинаһындағы ҡулайлаштырылған банала ҡабул итә.

Тиҙҙән ауыл халҡы ошо яңы модулле фапта сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Быйыл Баҡалы районында 7 фап файҙалныуға тапшырыласаҡ, ә киләһе йылдан тағы ла 8 модулле фап асыу күҙаллана.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ