Өфөлә 7 миллиард һумлыҡ логистика үҙәге төҙөү башланды

  112 мең квадрат метрлыҡ  келәт комплексы  Дим районында  урынлаша.  Ул  М-5 федераль трассаһы  янында  була.  Төҙөлөш 3 этапта  алып барыла.  Яңы объект иҡтисад үҫешенә  ҡеүәт бирергә  тейеш, продукцияны сауҙа  урындарына  өҙөклөкһөҙ еткереп тороу бурысы ҡуйыла, ти белгестәр.  Логистика үҙәге  бюджетҡа ла аҡса килтерәсәк.  Йыл  һайын  260 миллион һум һалым түләнергә  тейеш була. 

Фото №1 - Өфөлә  7 миллиард һумлыҡ  логистика үҙәге төҙөү  башланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ