Эш сәфәре барышында республика етәксеһе умартасы Вадим Сәйфетдинов менән аралашты. Бөрйән эшҡыуары төбәктә умартасылыҡты үҫтереү менән туғыҙ йылдан ашыу шөғөлләнә. Түмәрҙәренең дөйөм һаны 300-ҙән ашыу. Бынан тыш, умартасы бөрйән бал ҡортоноң инә ҡорттарын алыу өсөн парк булдырған. Быйыл ул бер меңгә яҡын инә ҡорт етештереүгә ирешкән.
2021 йылда Вадим Сәйфетдинов ҡатыны менән бергә муниципаль «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә умартасылыҡты үҫтереү буйынса инвестиция проектын тәҡдим итеп ярҙам алған. Башҡортостан Башлығы бал ҡорттарын үрсетеү технологияһы менән танышты. Быйыл республикала түмәр-солоҡ умартасылығына ярҙам программаһы эшләй башланы, уға умарталыҡты үҫтереүгә субсидия алырға мөмкин.



