Ул 4 миллион квадрат метрҙан ашыу яңы торлаҡтың канализация һыуын ағыҙырға мөмкинлек бирәсәк. Был иң ҙур коммуналь объект, уның менән бергә 28 километр оҙонлоҡтағы таҙартыу ҡоролмаларына тиклем коллектор ҙа төҙөлә.
Проектҡа ярашлы, «Затон-Көнсығыш» канализация насос станцияһы аша тәүлегенә 142 мең кубометр һыу үтәсәк. Мәҫәлән, ғәмәлдәге «Затон» канализация станцияһы шул уҡ ваҡытта 22 мең кубометрҙы һурҙыра ала. Тимәк, яңы станция ошондай бер нисә микрорайонды канализация ағымы тәьмин итә аласаҡ. Объектты Ағиҙел аръяғының торлаҡ төҙөлөшө үҫешен иҫәпкә алып төҙөйҙәр. Әле эштәр 70 процентҡа теүәлләнгән.
Республиканың иң заманса насос станцияһында бөтә процестар автоматлаштырыласаҡ. Подрядсы ойошма вәкилдәре билдәләүенсә, уны заманса озонлаштырыу системаһы менән йыһазландыралар, был яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙе насар еҫтән аралау һәм уңайһыҙлыҡтар булдырмау өсөн эшләнә.
Торба һалыу буйынса төп эштәр тамамлғанған, шул иҫәптән Ағиҙел йылғаһы төбөнән дә коммуникациялар һуҙылған. Коллекторҙың таҙартыу ҡоролмаларына тиклемге дөйөм оҙонлоғо 27 саҡрым. Обьект «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Стимул» федераль программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Уны киләһе йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.
Лилиә Мәҡсүтова






