Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлау алдынан Өфө һайлау участкаларының береһендә һайлау комиссияһы ағзалары өсөн штаттан тыш хәл осраҡтары буйынса күнекмәләр ойошторолдо.
Уҡыуҙа Ленин районы хакимиәте вәкилдәре, территориаль һайлау комиссияһы ағзалары, Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө буйынса 4-се полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күҙәтеү бүлеге һәм 2-се янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре ҡатнашты.
Уҡыу ике өлөштән торҙо. Сценарий буйынса һайлау участкаһы урынлашҡан бинаның гардеробында янғын сыҡҡан тигән хәбәр алына. 174 -се участка комиссияһы рәйесе оператив рәүештә халыҡты эвакуацияларға ҡарар итеп, янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Һайлау үткәреүселәр бюллетендәр менән һайлау урналарын хәүефһеҙ урынға күсерә. Шунда уҡ участкаға килеп еткән янғын һүндереүселәр утты һүндерә. Кешеләр ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамауы раҫланғас ҡына, комиссия ағзалары артабан үҙ эшен дауам итеү өсөн бинаға үтә. Күнекмәләр тамамланғанлан һуң, айырауса иғтибар талап ителгән осраҡтарға ентекләберәк туҡталдылар.






