Белгестәр уҡыу кабинеттарының торошонан тыш, ашхана, аҙыҡ-түлек һаҡланған урындарҙы һәм медицина пунктын айырым иғтибарға алды. Барыһы ла балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итергә, эпидемиологик нормаларға яуап бирергә бурыслы. Шулай уҡ комиссия мәғариф учреждениеһы биләмәһен, мәктәп йыһаздарының маркалауын да иҫәпкә алды. Бөгөнгә тиклем республиканың 675 мәктәбе тикшерелгән.






