Республикала мохтаж ғаиләләр өсөн 4 миллион һумға уҡыу кәрәк-яраҡтары тапшырылған. Әйберҙәр «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы барышында туплана.Хәйриә сараһы 31 августҡа тиклем дауам итә. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Тапшырылған канцелярия тауарҙары, портфель һәм мәктәп формаһы өр-яңы булырға тейеш. Әйберҙәр «Ғаилә» үҙәктәрендә йыйыла. Һуңынан аҙ тәьмин ителгән, ишле һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиләнеүселәргә, шулай уҡ мөмкинлеге сикле балаларға тапшырыла. Был хаҡта тулыраҡ Баймаҡ районынан әҙерләнгән репортажда.
Таулыҡай ауылынан Ишһылыу менән Салауат Ғәзизовтар өс улдарын белем көнөнә әҙерләй. Өлкәндәре- студент булһа, икәүһе -мәктәп уҡыусыһы.
Яңы уҡыу йылы - яңы сығымдар талап итә. Ғаилә ишле булһа, ул бер нисә тапҡырға артып китә. Ҡыҙҙар өсөн мәктәп формалары -750 һумдан башлана, егеттәргә костюм -салбарҙың уртаса хаҡы - ике мең, мәктәп сумкалары 650 һумдан -2500 һумға тиклем. Һәр әйбергә хаҡ сифатынан сығып билдәләнә.
Балаларҙы мәктәпкә әҙерләүгә мохтаж ғаиләләргә «Ғаилә» үҙәге ярҙамға килә. Мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә ошо көндәрҙә күп балалы ике ғаилә кейем -һалым менән тәьмин ителде.
«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» республика акцияһы 31 августҡа тиклем дауам итә. Йыйылған ярҙам үҙәктә иҫәптә торған ғаиләләргә таратыласаҡ.
Альбина Байегетова,






