Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам маҡсатында ойошторолған акция аҙағына яҡынлаша

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит. Республикала ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам маҡсатында ойошторолған акция аҙағына яҡынлаша. Уның барышында, район-ҡалаларҙағы комплекслы социаль ярҙам үҙәктәренә мәктәп-кәрәк яраҡтары тупланды. Улар барыһы ла мохтаждарға исемлек буйынса бушлай таратыласаҡ. Йылдағыса, республика халҡы акцияла әүҙем ҡатнашты.

Әлеге генә спорт мәктәптәрендә шөғөлләнеүсе 20 балаға канцелярия тауарҙары һалынған рюкзактар тапшырҙыҡ. Хәйриә сараһы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала.

Ангелина Девятерикова, «Ғаилә» үҙәге директорының дөйөм һорауҙар буйынса урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ