«Өфө» футбол клубы Рәсәй Кубогының икенсе раундында «Носту» командаһын пенальти серияһында еңде

«Өфө» футбол клубы Рәсәй Кубогының икенсе раундында Новотроицкиҙан «Носту» командаһын пенальти серияһында еңде.

Матч Өфөнөң «Нефтсе» стадионында үтте. Уйындың төп ваҡыты 0-0 иҫәбе менән тамамланды. Пенальти серияһында өфөлөләр көслөрәк булып сыҡты, дөйөм иҫәп 3:1. Рәсәй Кубогының 3-сө раунды уйындары 12 сентябрҙән 14-нә тиклем үтәсәк. Киләһе осрашыу Өфөлә 27 августа уҙа, беҙҙең команда Ульяновск ҡалаһының «Волга» командаһы менән осраша.

Уйындың еңел булмаясағын алдан белдек, әммә мөмкинлектәрҙе ваҡытында файҙалана алманыҡ. Гол индереү өсөн уңайлы мәлдәрҙе тормошҡа ашырған хәлдә, алдараҡ еңер инек.

Никита Белоусов, «Өфө» футбол клубы һаҡсыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ