Маҡсат ураҡ тамамланғансы 3 миллион тоннан ашыу ашлыҡ һуғып алыу. Әле күпселек хужалыҡтарҙа урып-һуғыу эштәре менән бер рәттән көҙгөлөккә ерҙе эшкәртеү һәм ужым культураларын сәсеү эштәре лә бара. Ҡоролоҡ миҙгеленең тәжрибәһен иҫәпкә алып киләһе йылға уларҙың майҙандарын арттырыу күҙаллана. Баймаҡ районы баҫыуҙарында әле ҡаты сортлы бойҙай урыу эштәре бара. Беҙҙең сираттағы яҙма Урал аръяғы игенселәре хаҡында.
«Урал аръяғы- Агро» МТС- ы Баймаҡ филиалы эшсәндәре әле райондың Калинин ауылы янындағы баҫыуҙа эшләй. 450 гектар майҙанда ҡаты сортлы бойҙай урыу тулы ҡеүәтенә бара. Ауырғазы районынан Рәфил Әбйәлилов баймаҡ аграрийҙарына ярҙамға килгән. Ул -Нью- Холонд комбайны менән идара итә.
Уңыш йыйыу кампанияһына 9 комбайн,10 КАМАЗ йәлеп ителгән. Шулай уҡ коллективҡа иретеп -йәбештереүселәр, слесарҙар, янғын һүндереү буйынса хеҙмәткәрҙәр тупланған. Эштәр тотҡарлыҡһыҙ, планға ярашлы бара.Яғыулыҡ - майлау материалдары һәм запас частар менән ваҡытында тәьмин ителә.
Ялан батырҙары төп көстө ашлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алыуға йүнәлткән. «Урал аръяғы- Агро» МТС- ы Баймаҡ филиалы, дөйөм алғанда, ун мең ярым гектар майҙанда урып-йыйыу эштәрен башҡарасаҡ. Бойҙайҙан һуң, сират-техник культураларға етә.
Альбина Байегетова






