Күләмле сара сиктәрендә республиканың иҡтисади, инвестиция, туристик, мәҙәни мөмкинлектәре күрһәтелә. Тәүге көн эшлекле осрашыуҙан башланды. Башҡортостан һәм Санкт-Петербург Сауҙа сәнәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциациялары араһында ла бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса документҡа ҡул ҡуйылды. Башҡортостан предприятиеларының презентацияһы көтөлә, битуби һөйләшеүҙәр уҙғарыла, йәғни ике яҡ араһында бизнес хеҙмәттәшлекте көсәйтеү бурысы ҡуйылған. Сарала 150-нән ашыу эшҡыуар ҡатнаша.






