2024 йылға тиклем республикала 100 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән авария хәлендәге торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәр яңы фатирҙарға күсереләсәк. Ошо иҫәптән яҡын арала алты мең квадрат метрлыҡ иҫке торлаҡ хужаларының фатир мәсьәләһе ыңғай хәл ителеүе көтөлә. Адреслы социаль программаны тормошҡа ашырыуға миллиард ярым һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Мишкә районы үҙәгендә яңы фатир туйлаусылар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
Мишкә районы үҙәгендә биш йорт авария хәлендә тип танылған. Эстән дә тыштан да таушалып бөткән биналар ярты быуат элек төҙөлгән.
Иҫке йорттан күсеүселәр өсөн биш подъезлы ике йорт төҙөлә. Йорттар иҫке фатирҙарҙан күсенеүселәрҙең барыһын да һыйҙыра. Торлаҡ туйлаусыларҙың күбеһе хаҡлы ялдағылар. Араларында мәғариф ветераны Нина Зәйнуллина ла бар.
Ғаилә яңы шарттарға күнегеп тә өлгөргән. Бөгөн улар яңы көнкүреш техникаһын файҙаланырға өйрәнә. Ошо көндәрҙә фатирҙы телевидениеға тоташтырырға, тәүге ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға йыйыналар.Быға тиклем бындай мөмкинлектәр хыялда ғына булған.
Репсубликала адреслы социаль программа 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә 96 мең квадрат метр иҫке торлаҡ майҙаны бушатылған. Яҡын арала аваряи хәлендәге тағы ла 6 мең квадрат метр торлаҡтан яңыһына күсереү күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин






