Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут ялҡыны Тыныслыҡ урамындағы ағас йортта сыҡҡан.
Янғын йорт ҡаралтыларын, барлығы 48 квадрат метр майҙанды ялмап алған. Утта 57 йәшлек ҡатын менән 63 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән, уларҙың кәүҙәләре янғын һүндергәндә табыла. Ҡыҙыл әтәс менән көрәшкә 29 кеше һәм 11 бермәек техника йәлеп ителгән. Осраҡ буйынса тикшереү бара.



