Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылыу дауам итә

60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр Ҡораллы көстәр сафына баҫа ала. Ватан һаҡсылары урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә һәм медицина тикшереүе үтергә тейеш. Килешеүгә ҡул ҡуйғандарға кредит каникулы бирелә. Уларҙың эш урыны һаҡланып ҡала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә. Яугирҙәрҙең ғаиләһенә лә льготалар ҡаралған. Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама, Баҡалы һәм Малаяҙҙа Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон штабы филиалдары асылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ