Төбәктең КФҮ-ндә биометрик мәғлүмәттәрҙе юҡ итеү мотлаҡ булыуы тураһындағы хәбәр инҡар иттелде

Республика күп функциялы үҙәгендә биометрик мәғлүмәттәрҙе 31 августҡа тиклем юҡ итеү мотлаҡ булыуы тураһындағы хәбәрҙе инҡар иттеләр. Мәғлүм булыуынса, алдараҡ социаль селтәрҙә биометрик мәғлүмәттәрҙе файҙаланыуға рөхсәт биреүҙән ҡәтғи 31 августҡа тиклем генә баш тартырға мөмкин тигән хәбәр таралғайны.

Республика күп функциялы үҙәгенән белдереүҙәренсә, был мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәй. Үҙеңдең биометрияңды теләһә ҡайһы ваҡытта юҡ итергә һәм уны файҙаланыуға рөхсәт биреүҙән баш тартырға мөмкин. Закон тарафынан бындай документ биреү ваҡыты бер нисек тә сикләнмәгән.

Ведомствонан аңлатыуҙарынса, әгәр ҙә һеҙ бер ваҡытта ла үҙегеҙҙең биометрик мәғлүмәттәрегеҙҙе эшкәртеүгә рөхсәт бирмәгәнһегеҙ икән, улар Берҙәм биометрик системала юҡ һәм рөхсәттән баш тартыусы документ биреү ҙә кәрәкмәй. Белгестәр шулай уҡ Берҙәм биометрик системала һеҙҙең турала мәғлүмәттәр булыу-булмауын Дәүләт хеҙмәттәре порталының «Профиль»- «Биометрия» бүлегендә тикшерергә кәңәш итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ