Республика Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Саубанова ошо турала белдерҙе. Теш дауалау бүлмәләре “Ҡанатлан!” проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуленә ярашлы ойошторола. Быйыл белем усаҡтарында эшләгән стоматологтар 130 меңгә яҡын уҡыусыны ҡараған, 38 мең баланың тешен дауалаған. Көйөргәҙе малай һәм ҡыҙҙары ла уҡыуҙан айырылмай ғына теш табибына күренә ала. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов һөйләй.




