Пациенттарҙың бөтәһе лә өлкән йәштә. Зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтелгән, хәлдәре тотороҡло. Инфекция госпиталдәре уяу: бәшмәк миҙгеле башланды. Йылдағыса нәҡ август аҙаҡтарында палаталарҙа майлы үҫемлектән ағыуланған пациенттар арта. Бәшмәкте нисек хәүефһеҙ йыйырға һәм ашарға? Рәзилә Ғиниәтуллина белә.
Юлында осраған һәр бер бәшмәкте ғалим кеҫәһенә тултыра бара. Ашарға түгел, фәнни тикшереүҙәр өсөн кәрәк. Был майлы үҫемлекте табаға һалырлыҡ та түгел, сөнки ул ҡалала үҫкән. Ә иң тәмле, иң мөһиме, хәүефһеҙ бәшмәк икенсе ерҙә үҫә.
Әле эшләпәле үҫемлекте урманда табыуы ҡатмарлы. Ямғырһыҙ көндәр эҙемтәһе. Һауа торошо бәшмәктең күплелегенә генә түгел, үҫеү урынына ла туранан-тура йоғонто яһай.
Урманда бәшмәк юҡ тиһәң дә, баҙар рәттәре тулы. Баҡса емештәренән башҡа, сауҙа кәштәләрендә бәшмәктәр ҙә ята. Башлыса гөрөздә. Башҡа бәшмәк төрҙәре уңышы, күрәһең, мул түгел. Яңы ҡырҡылғаны ла, банкаға ябылғандары ла бар - йәнең теләгәнен һайлап алырға була.
Дөрөҫ эшкәртелгән бәшмәк кенә хәүефһеҙ. Ағыуланмаҫ өсөн, уны тәүҙә ҡайнар һыуҙа 10 минут бешерергә, һуңынан ул һыуҙы түгеп, бәшмәктәрҙе йыуырға, һуңынан ғына аҙыҡ әҙерләргә кәрәк. Һатып алыусылар ҙа кәпәсле урман продукцияһын алырға ҡурҡмай.
Шулай ҙа борсолорға урын бар. Быйыл республикала бәшмәк менән ағыуланыу осраҡтары теркәлгән дә инде. Белгестәр әйтеүенсә, уларҙы 14 йәшкә тиклемге балаларға ашарға ярамай. Кескәйҙәр организмдында бәшмәктәрҙе эшкәртеүсе ферменттар етерлек түгел. Ашҡаҙаны һау булмаған кешеләр ҙә хәүеф аҫтында.
Тәүге симптомдар беленгәс та, табиптарға мөрәжәғәт итеү зарур. Белгес килгәнсе, кешегә ятып торорға, күпләп һыу эсергә кәңәш ителә. Үҙаллы дауаланыу ҡәтғи тыйыла.
Рәзилә Ғиниәтуллина






