Уның барышында бизнесмендар өсөн майҙансыҡтар ойошторолдо. Уларҙа 140 предприятие ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан тауарҙары йәрминкәһе эшләй, аш-һыу фестивале бара. Дәүләт академия капеллаһы биләмәһендә мәҙәни программа ойошторолған. -Бындай ҙур, ҡыҙыҡлы, мәҙәни саралар Башҡортостан һәм Санкт-Петербург араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлеге бирә. Беҙҙең мәҙәниәт, йолалар менән танышыусыларҙың беҙгә килеүҙәрен көтәбеҙ, тип хәбәр итәләр Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Санкт-Петербургтағы Һарай майҙанында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, аш-һыуын, көнкүрешен сағылдырған биш тирмә ҡоролған.







