Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре пушка залпы менән рәсми асылды

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Өс быуат элек Петропавлов ҡәлғәһе Нарышкин бастионындағы пушка тауышы көн башланыуы һәм ҡояш байыуы тураһында хәбәр иткән. Тарихи йола илебеҙҙең дәүләтселек тарихы менән бәйле.

Бөгөн беҙ ҙә туптан атып Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан көнөдәренә рәсми старт бирҙе. Был юғары мәртәбә. Санкт-Петербург етәкселеге ике төбәк араһындағы дуҫлыҡты шулай юғары баһалай. Башҡортостан менән төньяҡ баш ҡаланың уртаҡлыҡтары күп. Беҙҙе ҡеүәтле иҡтисад һәм туризм потенциалы берләштерә, тип яҙған Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә. Радий Хәбиров ял көндәренә төньяҡ баш ҡалаға килгән яҡташтарыбыҙҙы Санкт-Петербургтағы Башҡортостан майҙансығына саҡырған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ