Шайморатов тоҡомдары сигенә белмәй. Бөгөн республиканың төрлө мәктәптәрендә Шайморатов кластарында белем алыусы 7,8, класс уҡыусылары өсөн Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында профиль сменаһы башланды. Малай һәм ҡыҙҙар биш көн дауамында хәрби әҙерлек күнекмәләре үтәсәк. Көндөң тәүге яртыһында балалар физик һәм хәрби дәрестәр алһа, төштән һуң мәҙәни программа әҙерләнгән.Шайморатовсылар сменаһы башҡаларҙан айырыла, ти инструкторҙар.
Шайморатов кластарында тәрбиәләнеүселәр башҡаларҙан айырмалы милли бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ала. Билдәле шәхестәр менән осрашыу, интеллектуаль уйындарҙа ҡатнаша. Ҡыҙҙар иһә биҙәүестәр эшләү серҙәренә төшөнә. Сөнки Шайморатовсылар һәр яҡлап та камил булырға тейеш, ти уҡыусылар.






