Ҡомартҡылар Бөрө ҡәберлегендә табылған. Тарихи урынды 65 йыл элек Нияз Мәжитов ҡаҙа башлаған. Бөгөн тарихсы эшен йәш быуын дауам итә. Уникаль экспонаттар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.
Археология - түҙемлеләр эше. Тупраҡ араһынан бәләкәй генә сәйләндәрҙе йыйып алыр өсөн сәғәттәр буйы арҡа бөгөп ултырырға кәрәк. Ни эш итәһең, ошондай түҙемлек менән генә тарих тергеҙелә. Һуңғы ике аҙнала ҡаҙыусылар 18 ҡәберлек тапҡан. Эш барышында парлы һәм бала ҡәберлегенә тап булғандар. Был бик һирәк осрай торған күренеш.
Бәләкәй ҡәберлек - уникаль табыш. Бөрө ҡәберлегендә һуңғы 65 йылда тәүгә табылған. Унда ҡасандыр ҡыҙ ерләнгәнен биҙәүестәр буйынса билдәләгәндәр. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ янына тараҡ, муйынсаҡтар һалынған. Ә ирҙәр ҡәберлегендә һөңгө, уҡ, балта өлөштәре ята. Был теге донъяла кәрәк әйберҙәр, тип иҫәпләгән мәжүси халыҡ.
Өнһөҙ ҡомартҡыларҙың төҫлө булыуы һоҡландыра. Бронза, тимерҙән эшләнгән биҙәүестәрҙе халыҡтың сит ерҙән алыуы ихтимал. Тимәк, урында сауҙа булған. Малсылыҡ, ер эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр. Боронғо мәҙәниәтте өйрәнеүселәр араһында Азамат Хәйретдинов та бар. Һөнәре бөтөнләй икенсе йүнәлештә булһа ла, ҡаҙыу эштәрендә теләп ҡатнаша.
Ҡәберлек ысынлап та ҙур. Бында бер нисә мәҙәниәт вәкилдәре ерләнгән. Нияз Мәжитов 700-гә яҡын ерләү урыны тапһа, бөгөн улар һаны тағы ла артҡан. Яҡында халыҡ йәшәгән ауыл эҙҙәре лә бар. Әйткәндәй, ҡомартҡылар Өфө-2 ҡаласығы әйберҙәренә оҡшаш.
Рәзилә Ғиниәтуллина






