Ул йыл да Белем көнө алдынан ойошторола. Был юлы ла сара баш ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр белемен камиллаштырыуға йүнәлтелгән ойошмаларҙы бергә йыйҙы. Улар оҫталыҡ дәрестәре аша ҡыҙыҡһыныу уятты. Берәүҙәр үҙен һүрәт төшөрөүҙәрҙә һынап ҡараһа, икенселәр интеллектуаль уйындарҙа көс һынашты. Фестивалдең төп сәхнәһендә һәр ойошма һуңғы йылдарҙарҙағы ҡаҙаныштары тураһында бәйән итте. Ошо рәүешле улар үҫеп килеүсе быуынға файҙалы булырҙай тәҡдимдәрен еткерергә тырышты.






