«Өфө-арена» боҙ һарайы янындағы майҙан асыҡ һауалағы ресторанға әйләнде. Баш ҡалабыҙҙа 4-се гастрономия фестивале үтә. Быйыл унда 100-ҙән ашыу ресторатор ҡатнаша. барыһы ла урындағы халыҡты һәм баш ҡала ҡунаҡтарын үҙҙәре әҙерләгән аш-һыу менән һыйлап ҡалырға тырыша. Асыҡ йөҙ һәм ҡунаҡсыллыҡ байрамында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова булды.
Байрамға килеүсе Өфө халҡы һәм башҡала ҡунаҡтары билдәле эстарада йондоҙҙары башҡарыуында популяр хиттар тыңланы.Дүртенсе тапҡыр ойошторолған аш-һыу байрамына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу ҡунаҡ саҡырылған. Блогерҙар социаль селтәрҙәр аша күлинарҙар һәм бармендар ярышы барышын бөтә илгә күрһәтте.
Ҡыйғы районы фермерҙары өфөлөлөрҙе экологик яҡтан таҙа төбәктә үҫтерелгән йылҡы ите менән һыйлай. Пиццаны ла улар махсус рецепт буйынса мейестә бешергән.
Хөсәйен Аҡҡош ноҡот борсағы һәм тауыҡ итенән былау бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Былау өсөн ул ни бары бер сәғәт ваҡыт сарыф итә. Төркиә ҡунағы Дудәт ханым Башҡортостанға кинйә улына ҡунаҡҡа килгән, күстәнәскә тыуған иленә башҡорт балын алып ҡайтасағы хаҡында бәйән итте.
Оҫта ашнаҡсылар, кулинарҙар иһә иң тәмле аш-һыу әҙерләүсе исемен яулау өсөн көрәште. Шеф-поварҙар оригиналь рецептары һәм туплаған тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Гастрофестивалгә килеүселәр иң яҡшы ашнаҡсылар әҙерләгән ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Былтыр фестивалдә 60 ашыу кафе һәм ресторан ҡатнашһа, быйыл йөҙҙән ашыу. Күләмле сарала фермер хужалыҡтары ла оригиналь продукцияһын тәҡдим итте.
«Өфө -Арена» кеүек ҙур майҙанда гастрофестиваль ойошторолоуы - ниндәйҙер кимәлдә Өфөнәң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлеген тикшереү ҙә.
Өфөләге аш-һыу байрамы Рәсәйҙең иң ҙур гастрономия фествале статусына эйә. Бер майҙанда төрлә халыҡтарҙың кухняһы менән танышырға, экзотик ризыҡтарын тәмләп ҡарарға мөмкин ине.
Күләмле аш-һыу фестивале Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек саралары сиктәрендә ойошторолдо. Быйыл да рестораторҙар ҡунаҡсыллыҡ йәһәтенән башҡаланың туристик мөмкинлектәре юғары кимәлдә икәнлеген иҫбатланы .
Гүзәл Борханова






