Өфөлә ҙур гастрономия фестивале старт алды

Өс көнгә иҫәпләнгән «Есть» фестивале уты тоҡандырылды. Ул баш ҡалабыҙҙа дүртенсе йыл рәттән үткәрелә. Быйыл 140 ҡатнашыусы һәм 101 ресторан «Өфө-арена» боҙ һарайы алдына йыйылды. Сара программаһы аш-һыу оҫталары араһында конкурс үткәреүҙе күҙаллай. Фестиваль ҡунаҡтары билдәле ашнаҡсылар әҙерләгән ризыҡтарҙы тәмләп ҡарай ала, шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар өсөн төрлө оҫталыҡ-дәрестәре ойошторолған. Майҙансыҡтар төнгө 11-гә тиклем эшләй.

«Баҫыуҙан тәрилкәгә тиклем». Фестивалгә ошондай девиз аҫтында ауыл хужалығы эшсәндәре лә ҡушылған. Фермерҙар урамында Башҡортостандың 12 хужалығы үҙ продукцияһын тәҡдим итә. Өфөлә тыуған фестиваль Рәсәйҙә иң күләмле гастрономия сараһы һанала. Байрам сәхнәһендә «Отпетые мошенники», «Волга-Волга» төркөмдәре һәм Линда сығыш яһаясаҡ. Фестиваль йәкшәмбе салют менән тамамлана.

Фестиваль сиктәрендә фермерҙар урамы беренсе тапҡыр ойошторолһа ла, ауыл хужалығы эшсәндәре ҙур теләк менән ҡатнаша. Рестораторҙар менән урындағы фермерҙарҙы таныштырыу - төп маҡсат булып тора.

Михаил Кумпан, эшҡыуар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ