Рәсәй геройы, 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башын һалған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалда почетлы ҡарауыл дежур итәсәк. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты.
Генерал Шайморатов ордены һәм миҙалы бар. Генерал Шайморатов ордены кавалерҙары клубы ойошторола. Уҙған йылда Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт күрһәтеү урыны булараҡ ошо комплексты астыҡ, - тигән Башҡортостан башлығы. Ҡарауыл генерал Шайморатов һәйкәле янында йәйге ваҡытта көн һайын киске етенән 9-ға тиклем, Ҡышын сәғәт көндөҙгө 12-нән , икенсе яртыға тиклем вахтала була.






