Баймаҡ районы халҡы «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы өсөн гуманитар ярҙам тупланы

Махсус хәрби операция биләмәһенә автомобилдәр, күсмә мунса, маскировкалау селтәрҙәре һәм шәхси посылкалар оҙатылды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрселәре әҙерләгән яҙмала.

Райондан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә гуманитар ярҙам даими рәүештә ебәрелеп тора. Был юлы хәрби хәрәкәттәр урынына УАЗ автомобиле һәм күсмә мунса оҙатылды. Техниканы - урындағы фермерҙар, мунсаны иһә район хакимиәте заказы буйынса эшҡыуар Алмас Мусин әҙерләй.

Техника «Башҡортостан» полкына оҙатыласаҡ. Уның менән «Дан» ҡушаматлы яҡташыбыҙ идара итәсәк. Халыҡ ижады үҙәге директоры Миңзифа Нәҙербаева башҡорт рухлы яугиребеҙгә милли кейем- елән һәм бүрек бүләк итте.

Күмәкләгән -яу ҡайтарған. Гуманитар ылау менән шулай уҡ, һалдаттарға шәхси посылкалар, кәрәк-яраҡтар оҙатылды. Ярҙам хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә тыуған яҡ, тыуған йорт сәләме булып барып етһен.

Альбина Байегтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ