Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, тигеҙ сафҡа баҫҡан ҡыйыу яҡташтарыбыҙ алдында Хәрби комиссариат, урындағы хакимиәт вәкилдәре сығыш яһаны. Ир-егеттәрҙең күбеһе мобилизацияның тәүге көндәренән үк хәрби хеҙмәткә алынған. Ғаиләләре янында улар ике аҙна булған.
Төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған тиҫтәгә яҡын ир-егет яҡындары, туғандары менән хушлашып, йәнә махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Хәрбиҙәр билдәләүенсә, йөрәк тыуған яҡта ҡалһа ла, күңел Ватан һағына ашҡына. Ата-әсәләр ҙә улдары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен билдәләй.






