«Төньяҡ амурҙары» ҙур экранға сыға! Анимация фильмының презентацияһы Рәсәй киноһы көнөндә «Родина» кинотеатрында үтте. Башҡортостанда донъя күргән йәнһүрәт тәүге тапҡыр Рәсәй тамашасыһына тәҡдим ителәсәк. Ижади проекттың исем туйында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова булды.
Үҙ көсөн, ә дөрөҫөрәге һәләтен йәнһүрәт геройҙары ғына түгел, уның авторҙары ла күрһәтте. Башҡортостанда эшләнгән тәүге тулы метрлы анимация фильмы тәүге минуттарынан уҡ тамашасыны йәлеп итеп, залда тынлыҡ урынлаштырҙы. Сюжет нигеҙенә 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙың тарихы алынған. Тап француздар уҡ һәм йәйә менән оҫта эш иткәндәре өсөн башҡорт атлыларын «Төньяҡ амурҙары» тип атай.
Анимация фильмы тотош ил буйлап күрһәтеләсәк. Шуға күрә лә ул ике телдә - башҡортса һәм русса донъя күрҙе. Тауыш яҙҙырыуға төрлө өлкә белгестәре йәлеп ителгән. Мәҫәлән, төп геройҙарҙың береһе Усмандың тауышы аша киностудия директоры Юнир Әминевты таныйбыҙ.
Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова тауышы менән батшабикә Екатерина Икенсе һөйләшһә, Александр Беренсене Асҡар Абдразаҡов тауышландырған. Йәнһүрәт таҫмаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың да интонацияһын танырға мөмкин. Азамат Моратов иһә анимация фильмында ла комментатор ролендә. Шулай уҡ, билдәле йырсылар Иҙрис Ғәзиев, Нәзифә Ҡадирова, Айҙар Ғәлимов та йәлеп ителгән. Йәш яугир Ғәбиттең тауышын иң беренсе булып балалар таныны.
Республика Башлығы Радий Хәбиров булышлығында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы менән «Муха» студияһының берҙәм емешен республика халҡы 31 августан ҡарай аласаҡ. Рәсәй прокатына иһә 12 октябрҙә сығасаҡ. Бынан тыш, йәнһүрәтте интернет майҙансыҡтарына ҡуйыу һәм сит ил тамашасыларына тәҡдим итеү күҙаллана.
Тулы метражлы анимация фильмынан алған тәьҫораттары менән тамашасылар ҙа бүлеште.
Авторҙар Миңлеғәле Шайморатов тураһында йәнһүрәт өҫтөндә эш башлауын белдерҙе. Һәр ваҡыт ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙарҙың йылъяҙмаһынан тарихи анимация ижад итеү дауам итәсәк.
Әлфинә Килдейәрова






