Донъяуи киңлектәрҙә башҡорт мөхите. Әкренләп, әммә етди аҙымдар менән үҙ урынын таба килә, тип әйтергә мөмкин. Әсә телен сәсән теленә тиңләгән Рәми Ғариповтың телмәре социаль селтәрҙәрҙә; йомартлығын, олпатлығын һәм дә бөйөклөгөн билдәләгән Зәйнәб Биишева теле кеҫә телефондары клавиатураһында. Башҡортса ижад иткән Мостай Кәрим телендә, ғөмүмән, яҙырға ғына түгел, аҡыллы колонка аша ишетергә, һөйләшергә лә мөмкин буласаҡ.
Буласаҡ аҡыллы колонка әле Телеграмда бот булараҡ эшләй. Ҡыҫҡа һорауҙарға яуап бирә, башҡортса аудиояҙманы текстҡа әйләндерә. Ул билдәле «Алиса» колонкаһының аналогы, тик үҙебеҙсә - «Һомай» тип исемләнгән. Айгиз Ҡунафин тәүҙә башҡорт телмәрен текстҡа әйләндереүсе программа өҫтөндә эш башлай. Махсус платформа тәү сиратта дистанцион рәүештә эшләүсе уҡытыусыларға өйгә эштәрҙе тикшерергә ярҙам итергә тейеш була. Программаны үҫтерә килә башҡортса аҡыллы колонка булдырыу идеяһы тыуа.
Алдынғы ҡарашлы замандаштарыбыҙ барҙа, заман технологиялары ла киң үҫеш алыр. Милли булғанына ла иғтибар артыр. Әҙелбаевтар миҫалында мәҫәлән. Тәүҙә улар ҡурсаҡтарҙы башҡортса «һөйләштерергә» өйрәткәс тә, артабан ғаилә смартфонға тотондо.
Был яңылыҡ әсә телен өйрәнергә теләүселәр өсөн тәүге белем алыу сығанағы. Лилиә һәм Фәнзил Әҙелбаевтар башланғысында тормошҡа ашырылған проект ил кимәлендә лә хуплау тапты. Сөнки, саф башҡортса һөйләшкән ҡоролмалар менән Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында ла ҡыҙыҡһыныу бар.
Милли мәғариф киләсәге тип әйтһәң дә арттырыу булмаҫ. Уның ярҙамында уҡыу-уҡытыу өлкәһенең заман шарттарын күҙаларға мөмкин. Киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйен башҡорт телен өйрәнеү өсөн яңы уҡыу әсбабы шул иҫәптән. «Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0» проекты башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу, республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә уны уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, Башҡорт телен республикала дәүләт теле булараҡ ҡулланыу тәжрибәһен киңәйтеү маҡсатында тормошҡа ашырыла. Проект сиктәрендә шулай уҡ мобиль ҡушымта эшләнгән һәм өйрәнелгән материалды нығытыу өсөн 10 видеояҙма төшөрөлгән.
Һүҙ генә түгел, һүҙбәйләнеш һәм текстар. Электрон ҡулланма төрлө тел берәмектәрен тәржемә итә ала. Руссанан-башҡортсаға һәм киреһенсә. Һуңғы яңыртыуҙарҙан һуң, сайт һөйләү телмәрен дә таный башлаған.
Заман менән бергә, яңы технологиялар ҙа алға китә. Әйтәйек, быға тиклем тәржемәләрҙә беҙ һүҙлектәр ҡулланһаҡ, бөгөн китаптарға ярҙамға интернет-порталдар килә. Башҡорт софт-сайтында яҙма тексты ғына түгел, әйтелгән һөйләмде лә тәржемә итергә мөмкин.
Тәржемә ҡушымтаһы Башҡортостандан тыш башҡа төбәктәрҙә лә әүҙем ҡулланыла. Уға төрлө гаджеттарҙан да тоташырға була, тик интернет ҡына кәрәк. Әлегә портал тик әҙәби тексты ғына ҡабул итә. Киләсәктә ҡушымтаны диалект һүҙҙәрен танырлыҡ итеп камиллаштырыу күҙаллана.
Фәлсәфә аша тел ғилеменә ылыҡҡан замандашыбыҙ Искәндәр Шакиров төрки донъя халыҡтары араһындағы иң күләмле онлайн лексик проектын тамамланы. Йылдар дауамында алып барылған GLOSBE системаһы 390 мең һүҙ, 750 мең һүҙлекте һыйҙырған. Уның аша теге йә был һүҙҙең ҡайһы яҙыусыларыбыҙҙың ниндәй әҫәренең нисәнсе биттәрендә, нисәмә тапҡыр ҡулланылыуына тиклем күреп була. Искәндәр Шакировтың башҡорт мөхитен донъяуи киңлектәргә сығарыуы әсә телен цифрлаштырыу өлкәһендәге иң ҙур хеҙмәт емеше.
Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте, тип Рәми Ғарипов үҙ шиғырында әйткәнсә, бөгөн халыҡ шағирының ижадын айырым сайтта күрергә мөмкин. Ул башҡорт әҙәбиәтендәге беренсе күләмле интернет-ресурс.
Сайтҡа башҡорт әҙәбиәте классигының 6 китабы ингән. Уның автобиографияһы күсермәләре, замандаштары хәтирәләре менән танышырға, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы тыңларға була. Киләсәктә «Шағир көндәлеге» тулы метражлы фильмын индереү ниәтләнә. Сайтты әҙерләгән саҡта мөхәррирҙәр йәмәғәтселеккә аҙ билдәле мәғлүмәткә тап булған.
Башҡорт мөхитендәге инновация бөгөн шулай уҡ нейроселтәрҙәрҙә лә һынала. Тәүгеләрҙән булып Стәрлетамаҡ айтишниктары нигеҙ һалды. Виртуаль ысынбарлыҡ алымы - мәғарифтағы һөҙөмтәле һәм инновациялы технологияларҙың береһе. Компьютерҙы ҡулланыуҙың был яңы ысулы өс үлсәмле мөхит тәьҫирен тыуҙыра. Унда уҡыусы интерактив режимда виртуаль объекттар менән эшләй. Был иһә ысынбарлыҡ тойғоһон барлыҡҡа килтерә. Бөгөн донъяуи киңлектәрҙә киң таралған нейроселтәрҙе йыйыу өсөн мәҫәлән, стәрле белгестәренә күп тә ваҡыт кәрәкмәй. Эштең нескәлеген белгән айтишниктарға милли контент булдырыу ҙа бер ни тормай
Ә быны иһә Башҡортостан тарихына виртуаль сәйәхәт тип тә әйтергә мөмкин. Республиканың Һанлы үҫеш министрлығы төбәк тарихы һәм мәҙәниәтенә бағышланған заманса курс тәҡдим итә. Һуңғы уҡыу йылы аҙағында курс төбәктең бер нисә ҡала мәктәптәрендә һынау үтеп, ыңғай баһаланған. Онлайн-курс йөкмәткеле видеороликтар, иллюстрациялар, 3D моделле объекттар һәм виртуаль уйындар менән байытылған. Программаны булдырыу менән республиканың алдынғы ғалимдары, тел белгестәре һәм археологтары шөғөлләнгән. Иң мөһиме курс мәктәптәрҙәге электрон көндәлеккә тоташтырылған. Ҡулланыусылар уңайлығы өсөн курстың мобиль версияһы ла бар. Программа менән Башҡортостандың электрон белем биреү порталында танышырға мөмкин.
Әлбиттә, һәр эштең башында идея, артабан уны тормошҡа ашырыу юлдары тора. Шуға ла төрлө ауырлыҡтар булыуы проектты тиҙ арала ғына ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирмәй.
Ошондай уҡ һорау Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондын да борсомай ҡалмай. Тәү сиратта айти өлкәһендә булышҡан белгестәрҙең бармаҡ менән һанарлыҡ булыуы эсте бошора. Юҡ түгел, барҙар. Тик башҡорт телен һыу кеүек эскәне аҙ.
Шулай ҙа эш төрлө яҡлап алып барыла. Идеялары менән килгәндәр ҙә буш сыҡмай, әлбиттә. Тәү сиратта эштең һөҙөмтәлелегенә иғтибар ителә.
Идеялар күп төрлө. Дәүләт тарафынан да иғтибар бар. Тик телдең һанлы форматҡа күсеүендә, үҙебеҙгә лә әсә телендә аралашыуҙы онотмауыбыҙ, хәйерле. Сөнки, яһалма интеллект үҫешкән осорҙа, үҙебеҙгә лә ҡара ҡумта хәлендә ҡалмаҫ өсөн.
Азат Ғәлиуллин



