Башҡортостанда «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә

Ауыл халҡына медицина ярҙамын күрһәтеү мөмкинлеген арттырыу, социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе, хроник инфекцион булмаған ауырыуҙары иртә асыҡлауға йүнәлтелгән күләмле сара быйыл 17 апрелдән үткәрелә. Өфө районының Лебяжий ауылы халҡы ла бөгөн беренсел медицина тикшереүен үтте.

Махсус тонометр бер нисә секунд эсендә күҙ алмаһы баҫымын үлсәй. Терапевт бүлмәһендә шулай уҡ ҡан баҫымы, ҡанда шәкәр һәм холестерин кимәлен белергә мөмкин. Ошонда уҡ экг эшләргә, йөрәк торошон тикшерергә була. Карам Әкрәм улы сәләмәтлек поезында икенсе йыл рәттән һаулығын тикшерә.

Өс автомобиль Лебяжий ауылы халҡын алдан яҙылыуһыҙ хеҙмәтләндерә. Бер машинала терапевт, эндокринолог, лаборант ҡабул итһә, икенсеһендә ҡатын-ҡыҙҙар маммография үтә. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында гинеколог ҡабул итә. Ҡабул итеү «тере сират» тәртибендә алып барыла.

Республика район-ҡалаларында апрелдән башланған медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә 20 меңдән ашыу төрлө ауырыу асыҡланған, шул иҫәптән 6 мең кешегә теге йәки был сир тураһында диагноз тәүге тапҡыр ҡуйылған.

Табиптар 6 маршрут буйынса үҙ эшен дауам итә. Белорет, Дыуан, Өфө райондары, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары бригадалары акция барышында республиканың барлыҡ райондары буйлап хәрәкәт итә. Ауыл халҡы белгестәрҙән консультация ала, медицина тикшереүе үтә һәм беренсел медицина ярҙамы ала.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ