Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле тел ғалимы Николай Дмитриевтың башҡорт филология фәненә индергән роле тураһында әңгәмә үтте.
Түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү төркиәтсе ғалимдың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды. Сара ике форматта ойошторолғайны. Видеоконференция аша илдең төп вуздары уҡытыусылары бәйләнешкә сыҡты.
Николай Дмитриев башҡорт телен студент саҡта өйрәнә башлай, башҡорт фольклоры, этнографияһы һәм диалекттарын тикшереү буйынса экспедицияларҙы етәкләй. Ул Башҡортостан өсөн 11 ғалим әҙерләгән оло шәхес. 1948 йылда Николай Константиновичтың фундаменталь хеҙмәте - «Башҡорт теле грамматикаһы» донъя күрә. Ғалим яңы грамматик төшөнсәләр һәм категориялар индерә. Ғилми хеҙмәт нигеҙендә башҡа төрки телдәрҙең дә грамматикаһы булдырыла.



