Эшмәкәрҙе һуңғы юлға уҡыусылары, коллегалары, туғандары оҙатты. Марат Хафизовҡа 91 йәш ине. Ярты ғүмерен милли быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған шәхес тураһында киләһе яҙмала.
Кешелекле, ипле, тәрбиәле. Марат Хафизовтың ябайлығы уның ғаиләһенән килгәндер. Әсәһе ғүмер буйына колхозда эшләй. Атаһы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ғаилә башлығы вафат булғас, Хафизовтарға тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татырға тура килә. Тап шул саҡта буласаҡ мәғариф эшмәкәре тормошҡа юғары маҡсаттар менән яна башлай.
Директор булыу уның яҙмышына әүерелә, күрәһең. Марат Хафизов мәғариф системаһында 50 йылдан ашыу эшләй. Шуларҙың 30 йылын тарихты уҡытыуға бағышлаһа, 20 йыл етәксе вазифаһында була. Баш ҡаланың бер нисә мәктәбендә директор булып эшләй. Ҡайҙа ғына булһа ла, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. 1991 йылда уға 1-се республика интернат-мәктәбе директоры вазифаһы йөкмәтелә. Ошо осорҙа белем усағы гимназия статусына эйә була, төрлө йүнәлешле фән кластары асыла.
Марат Хафизовтың эш алымдарына балаға ҡаты бәрелеү, тауыш күтәреү кеңек төшөнсәләр ят була. Ипле һүҙ, мөләйем ҡараш, уҡыусыларының яҙмышы өсөн борсолоу - былар барыһы ла Марат Хафизов тураһында.
Марат Хафизовт тәрбиәләнеүселәре араһында телевидение, радио хеҙмәткәрҙәре, мәғариф һәм башҡа өлкә белгестәре бар. Хушлашыу сараһында остазын йылы һүҙ менән иҫкә алырға теләүселәр ҙур сиратҡа теҙелде. Уҡытыусының йөрәге тибеүҙән туҡтаһа ла, ҡасандыр уҡыусылары күңеленә һалған изге сатҡылар хәҙер оло рәхмәт тойғоһона әүерелгән.
Рәзилә Ғиниәтуллина






