Башҡортостанда пенсионерҙар ял итеү һәм белем биреү сараларына сертификаттар менән файҙалана ала

“Өлкән быуын” төбәк проектына ярашлы хаҡлы ялдағыларға 2 мең һум бирелә. Был аҡсаға төрлө курстарға яҙылырға йәки спорт түңәрәктәренә йөрөргә була. Мәҫәлән, бейеү, йога, сигеү менән шөғөлләнергә, бассейнға барырға йәки балыҡсылыҡҡа өйрәнергә мөмкин. Быйыл программаға ярашлы 2,5 миллион һум бүленде. Сертификат юллау өсөн Күп функциялы үҙәккә йәки Республика халыҡты социаль яҡлау ойошмаһы бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото №1 - Башҡортостанда пенсионерҙар ял итеү һәм белем биреү сараларына сертификаттар менән файҙалана ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ