Спорт байрамында ете меңгә яҡын йүгерергә яратыусы, скандинав йөрөшө, роллер спорты менән мауығыусылар йыйыла. Өфө халыҡ-ара марафоны баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан сараларының береһе. Туғыҙынсы тапҡыр Рәсәйҙәге иң уңайлы трассаларҙың береһе һәм баш ҡаланың тарихи үҙәге буйлап йүгерергә тәҡдим итәбеҙ, - ти марафон директоры Дмитрий Бабин.
Ике, биш, 10, 21.1, 42.2 километр арауыҡта үҙ көсөн һынағандарҙы иҫтәлекле бүләктәр, иң етеҙҙәрҙе шәп приздар көтә.
“БегуПомогу” хәйриә акцияһына ярашлы, сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре теләгән тиҙлектә йүгерә һәм Өфөләге хәйриә фондтарына ярҙам итә ала. Әлегә “Өфө хосписы”, “Мәрхәмәт” һәм башҡа Өфө фондтарына 805 мең һумдан ашыу аҡса күсерелгән. Өфө халыҡ-ара марафоны 3 сентябрҙә уҙа.




