Ул йырсы уҡыған 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты бинаһына ҡуйыла. Быға тиклем белем усағының музыка бүлмәһенә Юрий Шатунов исеме бирелгәйне. Гимназия директоры Шайморат Тимербулатов һөйләй.
Юрий Шатунов 1973 йылдың 6 сентябрендә Күмертауҙа тыуа. Уҙған йылдың июнендә вафат булды.








