Юбилей датаһы уңайынан «Байрам ҡунаҡҡа килә, ҡыуан, халыҡ!» тип исемләнгән мәҙәни сара уҙғарылды. Ауылда йәшәүселәрҙең шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Сыуаш-Ҡыбау ауылында йәшәүселәр өсөн күңел байрамы. Асыҡ һауалағы сәхнәлә Иглин районы һәм республиканың үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһап, дәртле йырҙары, бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. 250 йыллыҡ тарихы булған ауылда берҙәм халыҡ йәшәй, һәр кемгә кесе Ватаны ҡәҙерле.
Байрам тантанаһын Сыуаш-Ҡыбау ауыл биләмәһе башлығы Анжелика Тимофеева асты. Ҡотлау һүҙҙәрендә ул Кесе Ватанына тоғро хеҙмәт итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Байрам сиктәрендә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар урындағы хакимиәттең Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәре менән бүләкләнде. Өлкәндәр һәм йәш парҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Әйткәндәй, биләмәлә ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек предприятиелары ла уңышлы эшләй, Сыуаш-Ҡыбауҙа йәшәүселәр өсөн йөҙҙән ашыу хеҙмәт урыны булдырылған.
Ауылдың 250 йыллығын уҙғарыуҙа урындағы халыҡ күп көс һалған. Биләмә төҙөкләндерелә, йорттар сағыу төҫ ала. Байрам майҙанында сәхнә урынлаштырыла. Ҡунаҡтар өсөн сауҙа рәттәре, декоратив-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе әҙерләнә. Ғамил Сафин ағас эше менән егерме йылдан ашыу шөғөлләнә, оҫтаның коллекцияһында йәнһүрәт геройҙары ла бар.
Байрам көнө балалар өсөн дә күңел асыу программаһы әҙерләнгәйне, төрлө уйындар-конкурстар уҙғарылды. Сара аҙағында Сыуаш-Ҡыбау ауылында йәшәүселәр былау менән һыйланды.
Гөлназ Хәйбуллина






