Республика Башлығының был туралағы Указы хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында донъя күрәсәк. Клубтың маҡсаты илһөйәрлек тәрбиәһендә көстәрҙе бергә туплау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары һәм яуҙа һәләк булғандарҙың яҡындарының мәнфәғәттәрен яҡлау. Клуб составына Шайморатов орденының иң сағыу кавалерҙары инә. Башҡортостан башлығы хакимиәтенә уның менән координациялау эше йөкмәтелә.
Клуб ағзалары араһында Рәсәй геройы Борис Дудко, хәрби бәрелештәр ветераны Артур Ғәлиев, табип-эндокринолог Леонора Хөсәйенова һәм хеҙмәттәшебеҙ Азат Саҙрыев бар.






