Нуриман районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында 2 кеше һәләк булған

Авария Сандар ауылы эргәһендә булған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһын мәғлүмәттәренә ярашлы, «Шакман» йөк машинаһы водителе идара итеү һәләтен юғалтып юл өҫтөнә ауа. Авария һөҙөмтәһендә 37 йәшлек водитель менән уның 7 йәшлек улы һәләк була. Осраҡ сәбәптәрен инспекторҙар асыҡлай. Прокуратура тикшереү барышын контролгә алған.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ