Йәштәргә эш. Йөҙҙән ашыу эш биреүсе үҙҙәренең предприятелары менән йәштәрҙе хеҙмәт вакансиялары йәрминкәһендә таныштырҙы. Сара Башҡортостандың бөтә ҡала һәм райондарында уҙғарыла. Өфөлә эш биреүселәр үҙ вакансияларын «Торатау» конгресс-холында презентацияланы. Хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж күберәк булыуын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова асыҡланы.
Йәрминкәлә иң тәүҙә эш биреүселәрҙең күплеге күҙгә салына. Һәр предприятие кәштәләрендә вакансиялар һәм һөнәри эшмәкәрлек хаҡында буклеттар, баҫма мәғлүмәт урынлаштырылған. Хеҙмәт вакансиялары йәрминкәһендә 16 йәштән алып 35 йәшкә тиклем йәштәргә күңеленә ятҡан эш һайлау өсөн киң мөмкинлектәр булдырылған. Предприятелар хеҙмәткәрҙәрҙе штатҡа алыу шарттары менән таныштыра, шулай уҡ өҫтәмә мәшғүллек табыу мөмкинлеге лә юғары.
Йәштәргә вакансиялар йәрминкәһендә хеҙмәт баҙарында күптән танылыу яулаған эш биреүселәр ҙә ҡатнашты. Улар республика мәшғүллек үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә тора. Октябрьский ҡалаһынан фәнни-етештереү фирмаларының береһе йәштәргә дүрт тиҫтәнән ашыу эш урыны тәҡдим итте.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығында иһә фармацевтика һәм дауалау препараттары менән тәьмин итеү өлкәһендә яңы структура булдырылған. Был өлкәгә лә белгестәр күпләп талап ителә.
Йәрминкә барышында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән Башҡортостан төбәк студенттар ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ике яҡлы килешеү нигеҙендә уҡыусы йәштәр һайлаған һөнәре буйынса эшкә урынлаша аласаҡ.
Вакансиялар йәрминкәһендә ауыл хужалығы, ҡаҙылма байлыҡтарҙы етештереү сәнәғәтенә белгестәр күпләп талап ителеүе көнүҙәк мәсьәлә булыуы күренде. Республикала эшһеҙлек кимәле ни бары 2,3 процент тәшкил итә.Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж артыуы туранан-тура импортты алмаштырыу өлкәһендә етештереү күләме артыуға бәйле.
Вакансиялар йәрминкәһе эш биреүселәр һәм эш эҙләүсе йәштәр араһында мәғлүмәти офоҡты киңәйтте. Йәштәр профориентация буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, психолог һәм юристарҙан консультациялар алды.Интерактив майҙансыҡта егет-ҡыҙҙар үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәт тапты. Тәжрибәле спикерҙар уңыш серҙәре хаҡында бәйән итте.Түңәрәк өҫтәлдә шәхси үҫеш һәм һөнәри мөмкинлектәрҙе арттырыуҙың актуаль мәсьәләләре ҡаралды.
Йәрминкәлә йөҙҙән ашыу эш биреүсенән 10 меңдән күберәк эш урыны тәҡлим ителде. Йәштәр күңеленә ятҡан эш урыны һайланы, өҫтәмә рәүештә эш эҙләүселәр яңы вакансиялар эҙләне. Ә хеҙмәт даирәһен үҙгәртергә теләүселәр төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеү буйынса махсус курстарҙа белем алыу мөмкинлеген барланы.
Гүзәл Борханова






