Башҡортостан «Студенттар стартабы»нда еңгән гранттар иҫәбе буйынса Рәсәйҙең тәүге биш иҫәбендә

«Университеттарҙың технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы» федераль проекты сиктәрендә ойошторолған бәйгелә 68 төбәктән техник һәм гуманитар йүнәлештәге 236 юғары уҡыу йортонан проекттар тәҡдим ителгәйне. Өфө фән һәм технологиялар университеты аспиранты Владислав Иванов еңеүселәр исемлегенә ингән. Яҡташыбыҙ компьютер селтәренә программа тәьминәте аша берләшкән ҡоролмаларҙың энергия ҡулланыуын кәметеү буйынса проект әҙерләгән. «Студенттар стартабы» конкурсында еңеү яулау был йүнәлештә эште тамамлап, коммерцияға сығарыуға булышлыҡ итәсәк.

Проект өҫтөндә өсөнсө йыл эшләйбеҙ, төп фундаменталь һәм теоретик нигеҙҙәр Рәсәй ғилми фонды гранты ярҙамында башҡарылғайны. Практикаға баҫым яһалып, энергияны аҙ сарыф иткән яңы продукт барлыҡҡа килде. «Иволга» форумы сиктәрендә лә ул юғары баһаланды, әленән үк беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләгән предприятиелар бар.

Владислав Иванов, Өфө фән һәм технологиялар университеты аспиранты

«Студенттар стартабы»ның өсөнсө тулҡынында Башҡортостандан алтмыштан ашыу бизнес-идея бер миллион һум күләмендә грант менән тәьмин ителде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле бәйгене ойошороусылар булараҡ Рәсәй фән һәм юғары белем министрлығы, инновацияларға булышлыҡ итеү Фонды сығыш яһай.

Өфө фән һәм технологиялар университетында эшҡыуарлыҡ хәрәкәте көслө, төрлө йүнәлештә эшләйбеҙ. Креатив индустрия буйынса ла стартаптар әҙерләнә. Студенттар һәм аспиранттар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барабыҙ, йәштәргә үҙ эшен асыуға, технологик проекттарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итеү - эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлеше.

Тимур Рәжәпов, Өфө фән һәм технологиялар университетының технологиялар трансферы үҙәге етәксеһе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ