Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, күреү һәм ишетеү һәләтенән мәхрүм булғандар өсөн 5 урын тәғәйенләнгән. Өфөлә Инвалидтар мәҙәниәт йорто һәм медицина колледжында махсус һайлау участкалары йыһазландырыла. Стәрлетамаҡ, Бәләбәй һәм Белорет ҡалаларында ла тауыш биреү өсөн урындар була. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр “Мобиль һайлаусы” алымы ярҙамында уңайлы участканы ҡарай ала. Электрон сервиста пандус, күтәргес, лифт, ярҙам саҡырыу төймәһе барлығы йәки юҡлығы күрһәтелә. Аҙаҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы йәки Күп функциялы үҙәк офистары аша теләгән урында тауыш биреү өсөн ғариза ебәрергә кәрәк. Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнө 10 сентябргә тәғәйенләнде. Башҡортостанда һайлау участкалары иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем асыҡ була.







