Башҡортостан мәктәптәрендә капиталь ремонт тамамлана

Быйыл 28 район һәм ҡалала 77 бина төҙөкләндерелгән. Улар 17 мең баланы ҡабул итә. 1 сентябргә тиклем эштәр тулыһынса тамамланырға тейеш. Мәктәптәрҙе капиталь төҙөкләндереү буйынса федераль программа ғәмәлгә ашырыла башлағас Башҡортостан 8 миллиард 610 миллион һум йәлеп иткән. Ремонтланған мәктәптәр һаны буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында  икенсе урында. 2026 йылға тиклем Башҡортостанда  365 мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау планлаштырыла. 1 сентябрҙә  республикала  500 меңдән ашыу бала мәктәпкә бара.

Фото №1 - Башҡортостан мәктәптәрендә капиталь ремонт тамамлана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ